Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө уҡыусылары Вуз-ара кампус тураһында беләме?

Өфө уҡыусылары Вуз-ара кампус тураһында яҡшы белә, һәм унда программалаусыға һәм уҡытыусылыҡҡа уҡырға хыяллана. Балаларҙы яҡлау көнөндә Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла уҡыусылар менән осрашты. Нимә ул кампус тигән һорауға 2-се класс уҡыусылары шулай яуап бирә: ул - студенттар белем алған, кешеләр йыйыла торған ҙур ҡала. Киләсәктә уҡыусылар программалаусы, архитектор һәм уҡытыусы һөнәрен һайларға теләктәре барлығы тураһында ла һөйләне. Нимә уйлап табыр инегеҙ тигәнгә лә уларҙың яуаптары әҙер: аш бешерә белгән, ололарға тормошта, балаларға уҡыуҙа ярҙамлаша торған роботты атағандар. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24036/