Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һаумы, йәмле йәй!

Йәйҙең тәүге айы - июнгә лә аяҡ баҫтыҡ. Ниндәй булмаҡсы ул? Әйҙәгеҙ, халыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡ әле. Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр. Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр. Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр. Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр. Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ. Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы. Әйтемдәр Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә. Йәйҙең йәме эш менән, көҙҙөкө емеш менән. Йәйгә сыҡһаң — ҡышты, ҡышҡа инһәң, йәйҙе уйла. Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына торошло. Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө. Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр. Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙ буйынса йәйҙең тәүге айы нисек буласаҡ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Автор фотоһы