31 майҙа Стәрлетамаҡтан ҡатнаш көрәш легендаһы Венер Ғәлиев сираттағы алышын Өфөлә үткәрҙе: баш ҡалалағы “Өфө-Арена”ла АСА-176 боксерҙар турниры булды. Сара Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналды. Был турнирҙа башҡорт егете Венер Ғәлиев Румыниянан Аурел Пиртеа менән АСА гран-прийы ярымфиналына юллама өсөн алышты. Венер Ғәлиев — ММА легендаһы. “Башҡорт” 23 йыл сығыш яһай. Былтыр декабрҙәге алышында ул Бразилиянан килгән Хакран Диасты нокаутҡа ебәрҙе. Был юлы “Башҡорт” Аурел Пиртеаға ҡаршы сыҡты. Әйткәндәй, Венер Ғәлиев ММА-ла 24 йыл сығыш яһай. Беренсе алышын ул 2000 йылда үткәрә. Спортсы 36 еңеү яулай. Бөгөн өс раунд һөҙөмтәһе буйынса судьяларҙың берҙәм ҡарары менән Пиртеа 1 июлдә 49 йәшен билдәләйәсәк Венер Ғәлиевте еңде. Фото: БР Спорт министрлығы.