19 майҙан 20-һенә ҡарай төндә махсус хәрби операцияла хәрби задание үтәгәндә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко яраланыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Әлеге мәлдә депутат һауыға башлаған, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙе ошо хаҡта хәбәр итте. “Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Ниһайәт, хәрби задание үтәгәндә алған яранан һуң үҙемде яҡшыраҡ тойҙом, хәҙер телефонға ҡул етте, бәйләнешкә сыға алам. Телефонды ҡулыма алғас, минең адресыма йөҙләгән шылтыратыуҙар һәм смс-хәбәрҙәр күрҙем, уларҙағы һеҙҙең изге теләктәр миңә ярҙам итә, шылтыратыуҙар әле лә килә. Ҡыҙыҡһынған һәм борсолған һәр кемгә рәхмәт һәм яуап бирергә тырышам. Миңә ярсыҡтарҙы алып ташлау буйынса операция яһағанда хәрби табиптар тырышлығы менән үҙемде яҡшыраҡ тоям. Күпселек ярсыҡтарҙы алып ташланылар, ә ҡалғандары иһә мәңгегә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы берләштергән бурыс тойғоһо тураһында иҫкәртеп тороп ҡала. Айырым ярҙам өсөн ғаиләмә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рә