Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллиндың ғаиләһенә бәлә килгән. Улы Тамерлан авария эҙемтәләре менән көрәшә. Егеткә ҡатмарлы операция яһағандар. Алда оҙайлы һәм ҡиммәтле реабилитация көтә. Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Тамерлан атаһы менән бергә төрлө мәҙәни һәм спорт сараларының уртаһында ҡайнаны, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса бик күп оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. “Дуҫтар, ҡәрҙәштәр! Был спам түгел. Улым бәләгә тарыны. Беҙҙең менән бындай хәл булыр, тип бер ҡасан да уйламаным, әммә тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре. Мәскәүҙә реабилитация үтеү өсөн аҡса йыям. Бер айлыҡ дауаланыу курсы 1 200 000 һум тора. Доғалар ҡылығыҙ. Рәхмәт”, – тип яҙған Юлай Рәфҡәт улы социаль селтәрҙәге битләүендә. Ярҙам итергә теләүселәр барлыҡ мәғлүмәтте Юлай Ғәлиуллиндың “Бәйләнештә”ге битләүендә таба ала. Тамерлан тиҙ арала аяҡҡа баҫыр һәм артабан да милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү йүнәлешендә ең һыҙғанып эшләр, тип өмөт итәбеҙ. Фото: Юлай Ғәлиуллиндың социаль селтәрҙәге шәхси битләүенән.
“Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллиндың улы ауыр хәлдә
31 мая 202431 мая 2024
~1 мин