Бөгөн, 31 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта булды. Етәксе бер нисә сәнәғәт производствоһын ҡараны, шулай уҡ предприятие етәкселеге менән уларҙы үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. – Стәрлетамаҡ-Салауат-Ишембай агломерацияһы – Башҡортостандың иң эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Беҙгә бында ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да үтәү, яңы эш урындары булдырыу, муниципалитеттарҙың социаль өлкәһен үҫтереү мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында. Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы “Шихан” һыра ҡайнатыу заводының етештереү майҙансығында булды (“Берләшкән һыра ҡайнатыу заводтары” холдингына инә). Быйыл предприятиеға 40 йыл тула, ул Рәсәй баҙары өсөн киң продукция ассортиментын сығара. Төбәк етәксеһе төрлө эсемлектәр әҙерләү технологияһы менән танышты, шулай уҡ уны “Берләшкән һыра ҡайнатыу заводтары” холдингы етәкселеге менән үҫтереү пландарын тикшерҙе. Холдинг президенты Ораз Дуардыев ғәмәлдәге производствоны яңыртыу пландары хаҡында һөйләне.