Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ярты быуат татыулыҡта

Иҫке Балтас ауылында йәшәгән Әлиә һәм Нәзиф Дәүләтгәрәевтәрҙең тормош ҡороуҙарына ярты быуат үтеп тә киткән, тип яҙа “Балтач таңнары”. Ғаилә башлығы Нәзиф Кәшфелбаян улының хеҙмәт биографияһы бай. Район мәҙәниәте йорто директоры, ДОСААФ ойошмаһы рәйесе, район комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы, “Сулпан” колхозында партия ойошмаһы секретары, ер комитетында төп белгес вазифаларын башҡара. Шәхси эшҡыуар булараҡ үҙ эшен аса. Әлиә Ниғәмәтйән ҡыҙы Балтас сельпоһында, әҙерләүҙәр контораһында, йәмәғәт туҡланыуында, урман хужалығында өлкән бухгалтер вазифаһын башҡара. Дәүләтгәрәевтәр Илдар һәм Ирина исемле ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улары инде буй еткереп, үҙаллы йәшәп ята. Олатай менән өләсәй ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, булғанына шөкөр итеп йәшәй. Ғаилә башлығы бер минут та тик торорға яратмай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡайҙа эшләһә лә, Нәзиф Кәшфелбаян улы “Балҡыш” халыҡ театрынан айырылмай, спектаклдәрҙә уға баш ролдәрҙе ышанып тапшыралар.Тормош юбилярҙары бер-береһен хөрмәт итеп, татыулыҡта һәм ышаныста ғүмер юлдарынан атлай. Уларға бәхет, именлек, һаулыҡ юлдаш булһын! Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-05-17/d-l-tg-r-evlar-yarty-gasyr-berg-atlyy-3772204?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580