Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фонд 45 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының Башҡортостандағы эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Фонд филиалы етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2023 йылдың апрелендә ойошторола. Уның төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Фондтың Башҡортостандағы төбәк филиалы былтыр 1 июндә эшләй башланы. Әле 97 социаль координатор эшләй. Өфөлә Фонд хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн Минһажев урамы, 107 адресы буйынса махсус бина бүленгән. Бер йыл эсендә Фонд филиалына 45 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Социаль координаторҙа тыуған илде яҡлаусыларға мәсьәләләрҙең киң даирәһен хәл итеүҙә ярҙам итә. Иң тәү сиратта – медицина һәм социаль реабилитация, шул иҫәптән инвалидтар өсөн торлаҡ һәм эш урындарына яраҡлашыуҙа. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ярҙамында Учалынан махсус хәрби операция ветераны Вадим Емельянов юғары үтеүсәнлектәге кресло-коляска алған, уның йортонда пандус ҡуйылған, бөтә тейешле социаль льготалар рәсмиләштерелгән, дарыуҙар менән тәьмин итеү ойошторолған. Ул фонд филиалы эшләй башлағандан алып ярҙам ала. Фонд яугирҙәргә медицина комиссияһы күрһәтмәләре буйынса техник реабилитация саралары менән тәьмин итергә ярҙамлаша: инвалид коляскалары, протездар, шул иҫәптән аҡыллы таяҡ кеүек супер заманса коляскалар. – Бындай ҡулайлама насар күргән кешене күрһәтелгән маршрут буйынса оҙатып йөрөү генә түгел, ә ҡаршылыҡтар тураһында тауыш аша иҫкәртеү, хужаһының яҡындарын таныу һәләтенә эйә. Шулай уҡ яҡын арала Президент ҡушыуы буйынса ауыр ампутациялы ветерандарҙы ҡулдан идара итеүсе автомобилдәр менән тәьмин итә башлайҙар, — тип һөйләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Ветерандарҙан эшкә урынлашыу һәм ҡайтанан уҡытыу тураһында күп мөрәжәғәттәр килә. Эш башланғандан алып Фонд хеҙмәткәрҙәре 140 элекке хәрби хеҙмәткәрҙе эшкә урынлаштырған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең ҡайһы берҙәре ҡайтанан белем алыу мөмкинлегенән файҙаланырға теләй, башлыса эшсе һөнәрҙәрен һайлай. Улар араһында юғары уҡыу йортона инеүселәр ҙә бар. Бынан тыш, Фонд хеҙмәткәрҙәре ветерандарҙы физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә, паралимпия хәрәкәтенә йәлеп итә, мәҙәни саралар ойоштора, Ватанды һаҡлаусылар ҡатнашлығында йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән осрашыуҙар үткәрә. Махсус хәрби операциянан инвалид булып ҡайтҡан Максим Корлыханов Фонд филиалы ярҙамында профессиональ спорт менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Быға 2023 йылдың ноябрендә Өфөлә үткән “Ватанды һаҡлаусылар кубогы”нда ҡатнашыу һәм саҡырыу этәргес була. Максим команда ағзаларының береһенә әйләнгән, үҙен яҡшы күрһәтә һәм хәҙер спорт менән шөғөлләнә, республиканың паралимпия командаһы составында үҙ көсөн һынап ҡарарға ниәтләй. Йыш ҡына хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары документтарҙы рәсмиләштереү, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын йәки хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусын алыу буйынса ярҙам һорап Фондҡа мөрәжәғәт итә. – Беҙгә мөрәжәғәт иткән төп мәсьәләләр, әлбиттә, документтар әҙерләү һәм бөтә социаль гарантиялар алыу: медицина һәм психолог-психотерапевт ярҙамы, юридик ярҙам, протезлауға булышлыҡ итеү. Ҡайһы берҙә ғәҙәти булмаған һорауҙар ҙа килә, шул иҫәптән көнкүреш йәки төрлө тормош хәлдәре. Кисә генә беҙгә яугир мөрәжәғәт итте, баҡтиһәң, уның беренсе никахынан балалары бар, улар әсәһе менән Урал аръяғында йәшәй. Ул беҙгә, балалар менән йышыраҡ осрашыр өсөн, Өфөгә яҡыныраҡ йәйге лагерға юллама алырға ярҙам итеүебеҙҙе һорап мөрәжәғәт итте. Республиканың Мәғариф министрлығы аша уға Өфөләге лагерға юлламалар алыуҙа ярҙам иттек. Норматив документтарҙа яҙылмаған ҡатмарлы һорауҙар ҙа була. Шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаларын рәсмиләштереү өсөн шәхси хәрби компаниялар вәкилдәренән документтар ҡабул итәбеҙ, – тип һөйләне Фонд филиалы етәксеһе. Гөлнур Ҡолһарина, ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Фонд филиалы республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, тип өҫтәне. Эшенең тәүге көндәренән үк Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика хөкүмәте фондҡа ҙур ярҙам күрһәтә. Рәмилә МУСИНА фотоһы.