Мәскәүҙә заманса кампустар селтәренең тематик продукт программаларын булдырыу тикшерелде. Туғыҙ төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан командаһы ҡатнашҡан стратегик сессияның тәүге өлөшө 28-30 майҙа Н.Э.Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты кампусының яңы корпусында үтте. Сарала кампустарҙы үҫтереүҙең төп йүнәлештәре билдәләнде, шул иҫәптән тематик продукт программалары һәм уларҙың һәр береһе өсөн продукт паспорттары булдырылды. - Сессияла ҡатнашыусыларҙың кампустарҙы үҫтереү өсөн аныҡ стратегиялар эшләй алыуы һәм индустриаль партнерҙар менән берлектә ниндәй инновацион продукттарҙы булдырасағын билдәләүе бик мөһим. Продукт линейкалары эшләнмәләре проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла -студенттарҙан алып төбәк иҡтисадына тиклем ихтыяж тыуҙырырға тейеш. Университеттар илдең фәнни-технологик үҫешендә һәм Президент ҡуйған милли маҡсаттарға өлгәшеү өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш, – тип билдәләне Рәсәй мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Андрей Омельчук
Башҡортостан командаһы кампустарҙы үҫтереү буйынса стратсесияла ҡатнашты
31 мая 202431 мая 2024
1 мин