Бынан 3-4 йыл элек, яҙғыһын түтәл утап йөрөгәндә, күпереп сығып килгән йомшаҡ ҡына үләнгә иғтибар иттем. Ҡый үләненә оҡшамаған, был нимә икән ул тип, ҡалдырырға булдым. Бер мәл теге күпереп торған үлән ҙурайып, бер генә бөртөк ҙур ҡыҙыл сәскә атты. Бына ниндәй красота икәнһең һин тип, яңылыш утамаҫ өсөн урынын билдәләп ҡуйҙым. Киләһе йылына - 3, унан һуң 6-7 сәскә атты. Быйыл 10 бөртөк. Баҡса эшен, үҫемлектәр донъяһын ярайһы уҡ яҡшы белгән коллегам Лилиә Нуретдиноваға фотоһын күрһәткәйнем, ҡырағай пион бит был, тине. Ҡайҙан килеп сыҡты икән, тип белешкәс, ҡош тиҙәге менән килеп эләгеүе бар, тип аңлатты. Күҙҙе йәмләр бына шундай матурлыҡ үҫә хәҙер баҡсабыҙҙа.