Был үләнде дауаланыу өсөн Аллаһ Тәғәлә үҙе беҙҙең аяҡ аҫтына түшәгәндер. Ул үҫмәгән баҡса юҡтыр. Күҙ ауырыуҙарынан башлап онкология сирҙәренә тиклем дауалау көсөнә эйә. Ҡыр хайуандары, бесәйҙәр, эттәр аҡтамыр менән дауалана. Кешегә иң ҙур файҙаһы – көйһөҙләнгән матдәләр алмашыныуын тергеҙеү һәләтенә эйә булыуы. Аҡтамыр тән шешенеү, цистит, бәүел тотмау, бөйөрҙә һәм үт ҡыуығында таш булғанда, үпкә, бөйөр, хроник бронхит, эсәк ауырыуҙары, шәкәр диабеты, юғары ҡан баҫымы осрағында файҙалы. Тамырын подагра, ревматизм, люмбаго, артрит сирҙәренән ҡулланалар. Шулай уҡ остеохондроз, үпкә туберкулезы, экссудатив диатез, фурункулезды ла дауалау көсөнә эйә. Йәшел үлән ҡыяҡтарынан һығылған һут күҙҙең күреү һәләтен яҡшырта. Уны йәй буйы эсергә мөмкин. Иҫкәрмәләр юҡ тиергә мөмкин, йәғни шикләнмәйенсә ҡулланырға була. Аслыҡ йылдарында аҡтамыр тамырын киптереп, он итеп тартҡандар, икмәк, бутҡа бешергәндәр. Төнәтмә әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы ваҡланған ҡоро тамырға ике стакан ҡайнаған һыу ҡойорға һәм 10 минут ҡайнатырға. Ул ике сәғәт ултырырға тейеш. Һөҙөп алғас, яртышар стакандан көнөнә өс тапҡыр, ашауҙан 10-15 минут алда эсергә. Ашағанға тиклем эсһәгеҙ, ҡан төнәтмәнең шифаһын үҙенә һеңдереп, бөтә организмға тарата. Дегәнәк, аҡтамыр һәм бәпембә тамырын бергә ҡушып, төнәтмә әҙерләргә мөмкин, һәр үҫемлектекен айырым эсергә лә була: бер аҙна – дегәнәк, икенсеһендә – аҡтамыр, өсөнсө аҙнала – бәпембә. Редакциянан: Үләндәр менән дауалау оҫтаһы булып танылған Е.Ф. Зайцеваның яҙмаларынан тәржемә ителде. Мәҡәлә танышыу маҡсатында бирелә, үләндәр менән дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сөнки иҫкәрмәләр бар. Н. Хәлисов фотоһы.