Йәш кенә ҡоҙа тейешле кешебеҙ алыҫ араларға йөк ташый торған иләмһеҙ ауыр, оҙон йөк автомобилен йөрөтә. Халыҡ телендә, руссалап әйткәндә, "дальнобойщик". Уртаҡ туғандарҙа осрашырға тура килһә, ҡайһы саҡта, асылып китеп, юл мажараларын бәйән итә ул. Икһеҙ-сикһеҙ Ватаныбыҙҙың төрлө төбәктәрендә булырға тура килгәс, ғәжәйеп матур урындар тураһында һөйләргә, смартфонына төшөргән ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәрен күрһәтергә әүәҫ, йыйылғандар был күренештәрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡарай, фекер алыша. Ә бына аҙаҡҡы күрешкәндә ҡыҙыҡ түгел, ә сәйер, хатта ки өшәнес ваҡиғалар тураһында бәйән итте ул. Уларҙы уҡыусыларыбыҙға ла ишеттерергә булдыҡ. Был донъяның асылмаған серҙәре күп икәне хаҡында һөйләй кеүек был тарихтар... Беренсе хикәйәт – Көҙгөһөн илебеҙҙең көньяғына юлға сыҡтым, – тип башланы һүҙен Илнур. – Оҙон юлдың ныҡ арытҡаны тураһында һөйләп тороу артыҡтыр, былай ҙа аңлайһығыҙ. Мин, өс-дүрт сәғәт елдергәндән һуң, мотлаҡ ун биш-егерме минутҡа булһа ла серемгә туҡтайым. Был юлы ла, бара торғас күҙ ҡаб