Бизнесты һанлаштырыу платформаһы 3000 предприятиены үҙ эсенә ала. Уның эксперттары бизнесҡа предприятиены бушлай һанлаштырырға, йәғни һанлы трансформация иҫәбенә етештереүсәнлекте арттырыу потенциалын билдәләргә һәм комплекслы IТ-эшләнмәләр индерергә ярҙам итә. - Милли проект ватан сәнәғәт һәм инженер программа тәъминәтен арзанайта, предприятие хеҙмәткәрҙәренең һирәк осраған IT-компетенцияларына бәйлелеген кәметә һәм һанлы ҡарарҙар индереү ваҡытын ҡыҫҡарта, – ти БР Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, төбәктә төрлө өлкәләрҙә һанлаштырыуҙы ғәмәлгә индереү буйынса комплекслы эш алып барыла. - Предприятиеларҙа производство процестарын һанлаштырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, улар иҫәбендә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусылар ҙа бар. Предприятиелар эшендә заманса һанлы ҡарарҙарға күсе