Найти в Дзене

Тармаҡҡа ҙур үҙгәрештәр алып килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2019 йылда ҡабул ителгәйне.Ошо осорҙа тармаҡта ҙур үҙгәрештәр күҙәтелде. 2024 йылда милли проектҡа ярашлы ете һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү, туғыҙ бинаны капиталь ремонтлау, тиҙ төҙөлөүсе 131 модулле конструкцияны күтәреү, 206 берәмек автотранспорт, дүрт меңдән ашыу медицина ҡорамалы һатып алыу планлаштырыла. Бөгөнгә 59 модулле конструкция ҡуйылған, медицина ойошмаларына 1206 медицина ҡорамалы, шул иҫәптән бер компьютер томографы, биш флюорограф, биш маммограф, ете рентген һәм 47 ультратауыш аппараттары, туғыҙ эндоскопия системаһы алынған да инде. Кушнаренко ауылында 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника төҙөлә. Әле эшселәр ҡыйыҡ монтажлау, тәҙрәләр ҡуйыу, фасадты төҙөкләндереү эштәрен башҡара, шулай уҡ эске йылылыҡ һәм канализация селтәрҙәрен, йылылыҡ трассаһын үткәреү менән шөғөлләнә. Былтыр милли проектты финанслау күләме 7,47 миллиард һум тәшкил итте, шуның 4,1 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Милли проект яр

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2019 йылда ҡабул ителгәйне.Ошо осорҙа тармаҡта ҙур үҙгәрештәр күҙәтелде. 2024 йылда милли проектҡа ярашлы ете һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү, туғыҙ бинаны капиталь ремонтлау, тиҙ төҙөлөүсе 131 модулле конструкцияны күтәреү, 206 берәмек автотранспорт, дүрт меңдән ашыу медицина ҡорамалы һатып алыу планлаштырыла. Бөгөнгә 59 модулле конструкция ҡуйылған, медицина ойошмаларына 1206 медицина ҡорамалы, шул иҫәптән бер компьютер томографы, биш флюорограф, биш маммограф, ете рентген һәм 47 ультратауыш аппараттары, туғыҙ эндоскопия системаһы алынған да инде. Кушнаренко ауылында 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника төҙөлә. Әле эшселәр ҡыйыҡ монтажлау, тәҙрәләр ҡуйыу, фасадты төҙөкләндереү эштәрен башҡара, шулай уҡ эске йылылыҡ һәм канализация селтәрҙәрен, йылылыҡ трассаһын үткәреү менән шөғөлләнә. Былтыр милли проектты финанслау күләме 7,47 миллиард һум тәшкил итте, шуның 4,1 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Милли проект ярҙамында өс поликлиниканы, бер үҙәк район дауаханаһын, Балалар онкология һәм гематология үҙәген төҙөү тамамланды, 98 модулле конструкция ҡуйылды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фотола һеҙ Кушнаренкола оҙаҡламай төҙөлөп бөтәсәк поликлиниканы күҙаллай алаһығыҙ. Фото: https://building.bashkortostan.ru/presscenter/news/517529/