Өфө районында 3 июндән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дим – Затон юлын төҙөкләндереү башлана. Подрядсы ойошма Миловка аша үткән 2,1 километр оҙонлоҡтағы участкала эштәр башҡарасаҡ. Быйыл ошо юлды ремонтлауға 42,6 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. – Дим – Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһы. Ул Өфөнөң Дим һәм Затон райондарын тоташтыра. Был участканы ремонтлау барышында юлсылар трассаның һыҙатын берәмләп ябасаҡ һәм реверсив хәрәкәт ойошторасаҡ. Объектта иҫкәртеү билдәләре ҡуйыла, ә автотранспорт хәрәкәте светофор менән көйләнә. Шулай уҡ объектта хәрәкәттең ауырлашыуына юл ҡуймау өсөн көйләүселәр дежур итәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Эштәрҙе төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 7-гә тиклем башҡарыу планлаштырыла. Әлеге участканы урау өсөн водителдәр Дмитриевка аша Өфөнөң көнбайыш урау юлы һәм Ветошников урамына сығыу юлынан файҙалана ала. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национал