Найти тему
Башкортостан 24

Өфө уҡыусыларын күңелле ял көтә. Өфөнөң рәсми булмаған гимндары - ҡурайҙа

   Өфө уҡыусыларын күңелле ял көтә. Өфөнөң рәсми булмаған гимндары - ҡурайҙа
Өфө уҡыусыларын күңелле ял көтә. Өфөнөң рәсми булмаған гимндары - ҡурайҙа

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

  • Өфө уҡыусыларын күңелле ял көтә. Башҡортостан мәктәптәрендә бишенсе сирек – балаларҙың йәйге ялы башланды. Ошо кампанияны ойоштороу һәм үткәреү өсөн быйыл республика 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлә. Йәй дауамында ҡала -райондарҙа балалар өсөн 1 мең 700 самаһы лагерь эшләй. Ошо турала “Башҡортостан 24” телевизион каналының ”Өфө ваҡыты” тапшырыуында фән һәм мәғариф министрлығы белгесе Нәфисә Юлдашева белдерҙе. Ведомство вәкиле әйтеүенсә, был шәмбелә Өфө тимер юл вокзалында Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларынан 106 баланы көтәләр. Улар Башҡортостандың сәләмәтлек үҙәктәрендә һаулығын нығытасаҡ.
  • Өфөнөң рәсми булмаған гимндары — ҡурайҙа. “Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡытында” тапшырыуында Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ғайсаров “Өфө йүкәләре” һәм “Эх, Өфө ҡалаһы” йырҙары көйҙәрен ҡурайҙа уйнаны. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Артур Борхан улы һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ҡалала милли инструмент – ҡурайҙы үҫтереү, таратыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ. Ә Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән көндәрҙә Башҡортостан ҡурайсылары Дәүләт ансамбленең беренсе концерты көтөлә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».