Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәхетте йәшереп булмай

Элегерәк күп балалы ғаиләләр ғәҙәти күренеш һанала ине, тик һуңынан уларҙың һаны кәмене. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта ишле ғаиләләрҙең артыуы күҙәтелә. Был хәлгә дәүләт хәстәрлеге лә булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Күп ҡыҙ һәм ул тәрбиәләгән ата-әсәләр иһә һәр саҡ һоҡланыу уята, улар йәшәгән йорт та ниндәйҙер бер айырым нур менән балҡыған төҫлө. Стәрлебаш районы үҙәге Стәрлебаш ауылында йәшәүсе Евгения менән Ринат Хөсәйеновтарҙың ғаиләһе лә тап шундайҙарҙан. Улар район кимәлендә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә һәм башҡа сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Ике ҡыҙ һәм дүрт улға ата-әсә булған Хөсәйеновтар – татыу һәм маҡсатлы ғаилә. – Һәр бала тыуған һайын сағыуыраҡ йәшәү һәм тырышып эшләү өсөн дәрт-көс артҡандан-арта. Ирем Ринат та һәр йәһәттән терәк-таянысым, ярҙам итә. Өлкән балаларыбыҙ ҙа бәләкәстәрен ҡарашырға булышлыҡ итә, – ти Евгения. Евгения менән Ринат 18 йыл элек танышҡан, уларҙың өйләнешеүҙәренә лә шул сама ваҡыт тирәһе үткән. Танышҡандан һуң улар биш айҙан һуң ғаилә ҡорорға ҡарар иткәндәр. Урындағы йәштәр үҙәге етәксеһе булған Евгения әле – бала ҡарау буйынса ялда. Уның эшен иһә ире Ринат дауам итә. Махсус хәрби операция башланғас, бында Шайморатов исемендәге ирекмәндәр клубы барлыҡҡа килә. Хөсәйеновтар махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамға ҡушыла. Беҙ барғанда ла ғаилә башлығы гуманитар ярҙам менән яугирҙәр янына юлланған ине. Евгения һөйләүенсә, балаларының һәр береһе ижадта, спортта һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшә. Өлкәндәре Ренатаға – 17 йәш. Быйыл ул Стәрлебаштағы Советтар Союзы Геройы Абдулла Әхмәтов исемендәге 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған. Стәрлебаш районындағы Балалар сәнғәт мәктәбендә лә белем алған. Ҡыҙ матур итеп йырлай: ул төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулаған. Бынан тыш, ул бейеү менән дә шөғөлләнә. Хөсәйеновтарҙың икенсе балаһы – улдары Рәмил Стәрлебаштағы Туҡай исемендәге 2-се мәктәпте тамамлаған. Ул да урындағы сәнғәт мәктәбендә белем алған. Егет – бына тигән көрәшсе лә. Быйыл хатта Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа икенсе урынға лайыҡ булған. Уға эйәреп ҡустыһы Арсен да спорт менән дуҫ. Төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан егеттәрҙе атаһы үҙе оҙатып йөрөргә тырыша икән. Һигеҙ йәшлек Руфина ла сәнғәт мәктәбенең вокал бүлегенә уҡырға ингән. Ул апаһы Рената менән бергә бер бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Роберт әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Ә иң бәләкәстәре Роланға бер йәш тә тулмаған әле. Ул шул тиклем теремек, ҡыҙыҡһыныусан: апай-ағайҙарынан ҡалышмай, йә спорт менән шөғөлләнер, йә сәнғәт юлын һайлар, моғайын. Ишле ғаиләнең бәхете лә ишле, уларҙы борсоған проблемалары ла юҡ түгелдер. Әммә һәр хәлдә Хөсәйеновтарҙың тормошто яратыуы, тырышлығы, сәмселлеге, уңғанлығы һәм бала йәнле булыуҙары күҙгә салынып тора. Шуғалыр ҙа уларҙың үҙ ҡулы менән һалып сыҡҡан ҙур йорто ниндәйҙер бер илаһи нур таратҡандай, бында бәхетте ишле балалар тәрбиәләүҙә тапҡан ғаилә йәшәй тип саҡырып торғандай. Хөсәйеновтарҙың үҙҙәренең йөҙөндә лә бәхет ынйылары балҡығандай, сөнки бәхетте йәшереп булмай, ул күҙҙә сағылыш таба... Фото: ғаилә архивынан.