“Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсы – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының иң билдәле проекттарының береһе. Бәйгегә илдең 89 төбәгенән 587 250 кешенән торған 102 735 ғаилә командаһынан ғариза алынған. Ғаилә командаһына берләшкән кешеләр, йәғни туғандар йәмғеһе 81 илдә йәшәй. Конкурсты ойоштороусы – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы. 2023 йылдың сентябрендә дәүләт башлығы ғаилә проектын тормошҡа ашыра башлау хаҡында иғлан итте. Быйыл 23 ғинуарҙа Ғаилә йылын асыу айҡанлы тантанала Владимир Путин: - Былтыр 1 сентябрҙә ошо конкурс тураһында иғлан иткән саҡта уҡ уның бик популяр булырын күҙаллағайным. Шулай булып сыҡты ла: 600 меңгә яҡын, йәғни ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Формат уңышлы килеп сыҡты, шуға күрә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бында бөтә быуын ғаилә ағзалары ҡатнаша, конкурстың маҡсаты ғаиләне берләштереүгә нигеҙләнгән, - тип билдәләне. Бөгөн, 30 майҙа, Өфөлә Волга буйы федераль округы ғаиләләре араһында “Был беҙҙ