Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда йәш депутат үлгән

Киң мәғлүмәт сараларында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советының бишенсе саҡырылыш депутаты – 36 йәшлек Юрий Викторович Барабаш вафат булған. Сәйәсмәндең ниндәй сәбәп һәм шарттарҙа вафат булыуы асыҡланмай, әммә туғандары уның үлеме улар өсөн көтөлмәгән хәл булыуын билдәләй. Юрий Викторович менән хушлашыу 1 июндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Комаров урамы, 18а адресы буйынса Хушлашыу йортонда үтәсәк. Матәм митингыһы 11.30 сәғәттә башлана, тиелә "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы" рәсми төркөмөндә. Фото сығанағы: https://t.me/c/1601276259/18121