Ҡайһы бер баҫмалар быйыл Мәсетле районында һабантуй булмай тигән яңылыҡ таратты. Әммә был яңылыҡ дөрөҫлөккө тура килмәй: һабантуй буласаҡ, әммә яңы форматта. Район хакимиәте был хаҡта дөрөҫ мәғлүмәт бирҙе. “Хөрмәтле яҡташтар! Быйыл һабантуй яңы форматта уҙғарыла. 12 июндә, Рәсәй көнөндә, үҙәк майҙанда яҙғы баҫыу эштәре барышында үҙен күрһәткән иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә. Бынан тыш, художестволы үҙешмәкәрлек артистары ҡатнашлығында патриотик концерт, шулай уҡ төрлө конкурстар, спорт ярыштары һәм уйын программалары ойоштороласаҡ. Райондың күпселек ауыл биләмәләрендә махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәр өсөн ҡорбан салыу һәм күмәкләп доға ҡылыу ойошторола. Саралар графигы: Абдулла ауылы советы, 16 июндә – Абдулла ауылы мәсетендә ҡорбан байрамы; Әләгәҙ ауылы советы, 22 июндә – Майҙанда һәм мәсеттә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө; Оло Аҡа ауылы советы, 22 июндә – Һабантуй яланында Ҡорбан байрамы; Оло Ыҡтамаҡ ауылы советы, 15 июндә – Әжекәй һәм Яңы Мөслим ауылда