Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тәмәкене ташларға йыйынһағыҙ...

31 майҙа Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә.Тәмәкенең үпкә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары, мейе, хатта яман шеш ауырыуҙарына килтереү ихтималлығын белеп, тән зымырҙап китә... Күнегелгән насар ғәҙәттән, бәйлелектән ҡотолоуҙың еңел булмауын аңлайбыҙ. Әммә уның күп сирҙәргә – үпкә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары, мейе, хатта яман шеш ауырыуҙарына килтереү ихтималлығын белеп, тән зымырҙап китә. Тәмәке тартыуҙы ташлау өсөн ошо сәбәп етерлек түгелме ни? Юғары квалификациялы категорияға эйә психолог, Республика наркология диспансерының баш медицина психологы Анжелика Ишмеева әйтеүенсә, күптәр никотинға бәйлелекте “күнегелгән насар ғәҙәт” тип кенә иҫәпләй. “Ғәҙәт кенә” булғас, унан баш тартыуы һис тә ҡыйын булмаясаҡ, тип фекер йөрөтәбеҙ. Ихтыяр көсөң булғанда, бер нисә айҙан тәмәке төтөнөнән ҡотола аласаҡһың, тигән һүҙ. ”Ә бына бәйлелеккә дусар булғанһың икән, тиҙ генә ҡотолормон тип уйлама ла, бында комплекслы эш талап ителә. Ҡапыл ғына уңышҡа өлгәшеп булмаһа ла, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, иң мөһиме, никотин бәйлелегенә ҡаршы көрәште башларға кәрәк. Ни өсөн тәмәкенән ҡотолорға теләгәнеңде аныҡ билдәлә”, – ти белгес. Тәмәкенән баш тартырға ҡарар итеү менән бергә табиптарҙың файҙалы кәңәштәрен дә иғтибарға алырға кәрәк. Рацион мөмкин тиклем күберәк витаминдар менән байытылһын. Йәшелсә, еләк-емеш ҡулланыуҙан тыш, таблеткаларҙағы витаминдар ҙа кәрәк, сөнки никотин организмдағы С һәм В төркөмө витаминдарын юҡҡа сығара. Аҡһым һәм аминокислоталар запасын тулыландырыу өсөн иртә менән бер стакан һөт эсегеҙ, иң яҡшыһы – кәзә һөтө. Һөт туҡымаларға һығылмалылыҡты ҡайтара, инфекциянан, тын алыу юлдарының шешеүенән һаҡлай. Элекке физик форманы ҡайтарыу өсөн дә тырышырға, күнекмәләр башҡарырға кәрәк. Көндәлек күнегеүҙәр һөҙөмтәһендә мускулдар әсегән тәмәке ыҫмалаһы матдәләренән тиҙерәк арына, үпкә яҡшыраҡ эшләй, ҡан әйләнеше яҡшыра, организм токсиндарҙан йәһәтерәк таҙара. Саф һауала йышыраҡ булығыҙ, сөнки организм кислородҡа мохтажлыҡ кисерә. Бассейнға йөрөү мөмкинлеге булһа, бигерәк тә яҡшы. Яратҡан шөғөлдәр һеҙҙе тәмәке менән бәйле уйҙарҙан арындырыр. Ҡапыл тартҡығыҙ килеп китһә, сәтләүек, кәнфит йәки кипкән емеш ашағыҙ, төрлө үләндәрҙән ҡайнатылған сәй эсегеҙ. Ниндәй генә йәштә сигарет менән хушлашырға уйлаһағыҙ ҙа, яман ғәҙәттән ҡотолоу теләген йәшәү рәүешен үҙгәртеүсе ябай һәм мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә генә тормошҡа ашырырға мөмкин булыуын аңлағыҙ. Нәсих Хәлисов фотоһы.