Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Республика Башлығын һайлау 8 сентябргә тәғәйенләнгән

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы тәғәйенләү тураһында” ҡарар ҡабул итте. “Башҡортостан Республикаһы кодексына ярашлы республика Башлығын һайлау 8 сентябргә тәғәйенләнгән. Тейешле ҡарар ҡабул итеү менән республиканың юғары вазифалы кешеһен һайлау буйынса кампания рәсми рәүештә башлана. Кандидаттарҙы сәйәси партиялар тәҡдим итә. Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, 30 йәше тулған һәм илебеҙ биләмәһендә даими йәшәгән Рәсәй Федерацияһы гражданы республика Башлығы итеп һайлана ала. Кандидаттың сит ил гражданлығы, йәшәүгә рөхсәт йәки сит илдә даими йәшәү хоҡуғын биргән башҡа документ булырға тейеш түгел, — тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Республика Башлығын һайлау – алдағы биш йылға төбәктең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға, тип билдәләне парламент Рәйесе. – Алдағы һайлауҙар республика үҫеше өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә. Унда ҡатнашыу – һәр һайлаусының

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы тәғәйенләү тураһында” ҡарар ҡабул итте. “Башҡортостан Республикаһы кодексына ярашлы республика Башлығын һайлау 8 сентябргә тәғәйенләнгән. Тейешле ҡарар ҡабул итеү менән республиканың юғары вазифалы кешеһен һайлау буйынса кампания рәсми рәүештә башлана. Кандидаттарҙы сәйәси партиялар тәҡдим итә. Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, 30 йәше тулған һәм илебеҙ биләмәһендә даими йәшәгән Рәсәй Федерацияһы гражданы республика Башлығы итеп һайлана ала. Кандидаттың сит ил гражданлығы, йәшәүгә рөхсәт йәки сит илдә даими йәшәү хоҡуғын биргән башҡа документ булырға тейеш түгел, — тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Республика Башлығын һайлау – алдағы биш йылға төбәктең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға, тип билдәләне парламент Рәйесе. – Алдағы һайлауҙар республика үҫеше өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә. Унда ҡатнашыу – һәр һайлаусының законлы хоҡуғы һәм сәйәси процестарға туранан-тура йоғонто яһау ҡоралы. Республика Башлығын һайлауҙа беҙ стратегия һәм программа өсөн тауыш бирәсәкбеҙ, киләсәгебеҙҙе һайлаясаҡбыҙ, – тине Константин Толкачев. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Радий Хәбировтың яңы срокка барыуын хупланы. Фото: Государственное Собрание - Курултай РБ