Иҫкереп бөткән “Волга” тип-тигеҙ юлдан ыңғыраша-ыңғыраша көньяҡ йүнәлештә китеп бара. Салонда водителдән тыш тағы ла ике пассажир бар. 60 йәштәрҙәге хәрәкәтһеҙ ир һәм эргәһендә уны тотоп ултырған 30 йәштәрҙәге егет. Хәрәкәтһеҙ ир тигәнебеҙ – Фәиз – үҙен ҡайҙа һәм ни өсөн алып китеп барғандарын белмәй. Хәйер, уға һөйләһәң дә аңламаҫ, һораһаң да яуап бирә алмаҫ ине. Фәиз йылдан артыҡ инде фалиж менән интегә. Гөрләтеп, матур итеп эшләп йөрөгән сағында һуҡты уны был сир. Фәиз битараф ҡына юлды күҙәтә. “Талбазы” тигән яҙыуҙы күргәс, төшөндө: уны тыуған ауылына йә Мәләүезгә оҙаталар. Ҡыҙыҡ, Мәләүезгә булһа, кемгә? Тәүге ҡатыны Зифағамы икән? Эйе, ул эшләп йөрөй ине. Һәйбәт кенә карьера яһаны, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, аҙаҡ Өфөгә саҡырып алдылар. Вазифаһы буйынса яуаплыраҡ эш ҡуштылар. Улы менән ҡыҙы, ҡатыны Мәләүездә ҡалды. Аҙаҡ бер йәш ҡатынға эйәләшеп алғас, ҡатыным Өфөнө яратмай, ҙур ҡалалар уның өсөн түгел, тип айырып та ҡуйҙы. Никах уҡытып, түшәк яңыртып алғас, эштәр тағы ла ырам