12 июндә көндөҙгө сәғәт 12-лә Миәкә районының Илсеғол ауылына яҡын Изге Нарыҫтау ерендәге Сәхәбә мәсетендә “СӘХӘБӘЛӘР төйәге - Нурлы НАРЫҪТАУ” исемле мосолмандар йыйыны була. Ул Рәсәй көнө уңайынан йыл һайын үткәрелә. Йәмәғәт намаҙы уҡыу һәм бергәләп илебеҙ Рәсәй менән республикабыҙ Башҡортостан ныҡлығы, именлеге өсөн доға ҡылыу, мәүлит, зекер, сәхәбәләргә зыярат ҡылыу, ҡорбан ашы, мөнәжәттәр башҡарыу, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн уйындар ҡаралған. Сара ҡулдарына ҡорал алып, илебеҙ именлеге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсылары – Башҡортостан егеттәренә арнала. Байрамға республикабыҙҙың төрлө райондарынан билдәле ғалимдар, имамдар, халҡыбыҙ киләсәге, берҙәмлеге өсөн йән атып йөрөгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ саҡырылған. Килегеҙ, күрегеҙ, бергәләшеп ял итеп, изге доғалар уҡып йәндәребеҙҙе, рухтарыбыҙҙы ҡанатландырып ҡайтайыҡ!