– Илшат Әнәс улы, Илештә йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙе Өфөлә лә төрлө әҙәби-мәҙәни осрашыуҙарҙа күреп торабыҙ, кисәләрҙә йырсы сифатында ҡатнашаһығыҙ, концерттарҙан да ситтә ҡалмайһығыҙ. Шуға ла һеҙҙе тап сәхнә һөнәрмәне тип ҡабул итеүселәр бар. Ысынында иһә һөнәрегеҙ буйынса һеҙ нефтсе, баҡтиһәң. – Эйе, инде 20 йылдан ашыу нефть сәнәғәтендә тир түгәм (көлә – авт.) Ысынлап та, күбеһе мине йырсы булараҡ та ҡабул итә. Аллаға шөкөр, “Юлдаш” радиоһынан көн һайын тиерлек йырҙарымды тапшыралар, республикала уҙған йыр конкурстарында ла даими ҡатнашам. Өс йыл элек “Башҡортостан” дәүләт концерт залында шәхси концертымды ла ҡуйҙым. – Нефтсе булып йөрөгәндә йырсы булып киттегеҙме, әллә киреһенсәме? Сәхнәгә ҡасан башлап сыҡтығыҙ? – Күптәрҙеке кеүек, минең дә ижад донъяһына юлым ауыл сәхнәһендә сығыш яһауҙан башланды. Ә беренсе ҙур сығышым, тиәйемме икән, – ул район мәҙәниәт йортондағы бер концертта Фәрит Бикбулатов репертуарынан “Аҡҡош күле”н йырлауым. Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад иткән йырҙың иҫ киткес популяр сағы ине. Ҙур сәхнә, акустика һәйбәт – тауышым өҫкә күтәрелә лә, ҡайтауаз булып, үҙемә кире әйләнеп ҡайта. Уны һәм баян тауышын ишеткән һайын, тағы ла кинәнеберәк йырлайым! Ошо халәтем матур иҫтәлек булып күңелемдә ҡалды. Залдағылар ҙа йырлауымды ныҡ оҡшатты. Был сығышымдан һуң райондағы бар сараларҙа ла ҡатнаштым, әле лә шулай дауам итә. Республикабыҙҙың танылған шәхестәре лә иғтибар итеп, ижад кисәләренә саҡыра башланы. Әйтәйек, Рауил ағай Бикбаевтың 80 йәшенә арналған сарала ҡатнаштым һәм, әлбиттә, яҡташым Гөлфиә апай Юнысова ижадына арналған кисәләрҙе лә ҡалдырмайым. – Һеҙ күберәк уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡараһығыҙ, буғай? – Эйе. Ул миңә бер шиғырҙар йыйынтығын бүләк иткәйне, мин инде, поэзияны яратҡан кеше булараҡ, ундағы һәр шиғырҙы уҡыған һайын күңелемдә көй яралды. Шулай итеп, хәҙер Гөлфиә апай һүҙҙәренә яҙған 20-гә яҡын йырым бар. – Ғөмүмән, баш ҡалабыҙҙағы әҙәби, мәҙәни мөхиттән ситтә түгелһегеҙ? – Эйе, шөкөр итәм, ҡыуанып бөтә алмайым. Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ул төрлө әҙәби кисәләргә даими саҡыра. – Йыр-моңға тартылыу үҙенән-үҙе бар инеме, әллә ғаиләләге кемдеңдер йоғонтоһомо? – Атайым оҫта гармунсы ине, әсәйем дә йырға оҫта, бик шиғри күңелле булды, күп гәзит-журнал алдырҙы. Кис, эштәрен теүәлләгәс, рәхәтләнеп ултырып уҡып ала торғайны. Ул тамамлаһа, баҫмаларҙы мин ҡулға алам. Шул арҡылы республикабыҙ ижадсыларының эшмәкәрлеге менән танышып барҙым. Ҡәҙерле кешеләрем күптән яҡты донъяла юҡ, әммә уларҙың матур өлгөһө – күңелемдә. – Бәләкәйҙән, тимәк, әҙәбиәт, сәнғәт донъяһы менән таныш булғанһығыҙ, йырлағанһығыҙ, ә артист булырға уйламағанһығыҙ, нефтсе һөнәренә уҡырға барғанһығыҙ. Нисек улай килеп сыҡты? – Сәхнә юлын һайларға иҫәп бар ине ул, хатта 9-сы класты бөткәс, сәнғәт училищеһына барҙым. Ауылда ни, махсус рәүештә өйрәнмәгәс, сольфеджионы белгән юҡ, ә уҡырға ингәндә был – иң төп талаптарҙың береһе. Беренсе турҙы, йәғни йыр буйынса үттем, ә икенсеһендә фортепианоға ҡушылып йырлай алманым. Әйтергә кәрәк, бына ошо талап менән бик үк ризалашмаҫҡа ла мөмкин, сөнки бит училищела дүрт йыл буйы был нескәлектәрҙе лә өйрәтәләр. Иң мөһим әйбере – таланты булған кешегә ул сольфеджионы уҡыу осоронда төшөнөп алыу бер нәмә лә тормайҙыр, тип иҫәпләйем. Ҡыҫҡаһы, шулай итеп, мин үҙебеҙҙәге ул саҡтағы ябай училище, хәҙер аграр-технология колледжына уҡырға барҙым. Бер йыл уҡыуыма ғаиләбеҙгә көтмәгәндә ауыр ҡайғы килде – атайым вафат булды. Ә мин, әсәйемә ярҙам итер өсөн, колхозға эшкә төштөм. Унда өс йыл эшләгәс, күрше Семилетка ауылы мәҙәниәт йорто директоры мине солист итеп саҡырҙы. Шунда репертуар туплай башланым, тирә-яҡ райондарға концерттар менән йөрөнөк. Сәхнәгә ныҡлап берегеүем шунан башланды, тиергә була. Республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡулынан “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемен дә алырға насип булды, ул саҡта миңә 25 кенә йәш ине. “Һеҙгә сәнғәт академияһында белем алырға кәрәк”, – тине ул шул саҡта. Ул ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт институтының академия тип аталған сағы ине. Вокал бүлегенең ситтән тороп белем ала торған төрө юҡ бит инде, шуға ла башҡорт музыкаһы факультетына индем. Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина вокал буйынса индивидуаль дәрестәр бирҙе. Ул саҡта инде мин нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләп йөрөй инем. Ағайҙарым бөтәһе лә атҡаҙанған, маҡтаулы нефтселәр, шуға ла ошо һөнәргә килеүемдә уларҙың йоғонтоһо ҙур булды. Унан инде, йәшерен-батырын түгел, ғаилә ҡорорға, уны ҡарарға кәрәк, ә быны мәҙәниәт хеҙмәткәре аҡсаһына ғына эшләп, йорт та һалып булмаҫын асыҡ белгәнгә күрә, шунда барҙым. Шулай килеп сыҡты нефтсегә әйләнеүем (көлә – Р.Ғ.). Бына инде 22 йыл ошо вазифала тир түгәм, йырҙан да айырылмайым. Шөкөр, эшемдә лә ижадымды аңлап ҡабул итәләр, бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ, уныһына рәхмәт әйтәм. – Ә шулай ҙа күңелегеҙҙә көҙөк ҡалманымы? Йырсы ғына булып, баш ҡалала йәшәп, ижад итеү менән булһам, тигән кеүегерәк үкенес тойғоһо? – Юҡ, дөрөҫөн әйтәм, үкенгәнем юҡ. Етмәһә, ҡала тормошон да бөтөнләй яратмайым, Өфө кеүек ҙур ҡалалағын – айырыуса. Бына әле барып йөрөп ҡайтҡансы ғына ундағы ығы-зығынан, шау-шыуҙан, етмәһә, тығындарынан арып ҡайтам (көлә – Р.Ғ.). Ауылымда күкрәк тултырып һулап, рәхәтләнеп үҙ йортомда йәшәүгә бер ни етмәй! Ә моң ул бер ҡайҙа ла китмәй, һәр саҡ үҙем менән. Кисәләрҙә ҡатнашам, яңғыҙ сығыштарым була, йырҙарымды радионан да ишеттереп торалар – күңел бөтөнлөгө өсөн тағы ни кәрәк?.. Ауыл мөхитендә ижад ителгән йырҙар ҙа моңлораҡ, хислерәк һымаҡ. Ҡоштарҙың моңло итеп һайрағанын ишетә йөрөйһөң, ян-яғыңда – иркен ялан-ҡырҙар, гүзәл тәбиғәт күренештәре – ошолар ғына ла күңелгә күпме илһам бирә! – Яратҡан шөғөлдәрегеҙ бармы? – Ер менән булышыуҙы үҙһенәм. Ҡыш бәшмәк үҫтерәм, әле бына виноград үрсетеү менән ҡыҙыҡһынып киттем, көҙөн 48 төп ултырттым. Улар һәр төрлө сорттарҙан. – Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙсы. – Ҡатыным Зирина Әлфрит ҡыҙы менән ике бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Гөлшат 8-се класта уҡый, улыбыҙ Илһам – 5-селә. Бөтәһе лә сәнғәтте ярата. – Һөйләшә торғас, талғын ғына һеҙҙең тағы бер вазифаға килеп еттек. Һеҙ – Илеш башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Ошо йәмәғәтселек эше тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине. – Был вазифаны йөкмәгәнемә биш йыл да булып китте. Башта, тәҡдим иткәс, баҙап ҡалғайным, алып бара алмаҫ кеүек инем. Баҡтиһәң, сәнғәткә яҡын булыуың, ошо мөхитте белеүең, киреһенсә, бындай эштә ярҙам итә икән – халыҡ менән аралаша беләһең, алдыбыҙҙа торған бурыс-маҡсаттар ҙа рухиәтебеҙ менән бәйле. Эш башлаған ваҡытым халыҡ иҫәбен алыу мәленә тура килде, әүҙем эш осоро булды. Ырыуҙар ҡоро ойошторҙоҡ, 48 ауылда Шәжәрә байрамы үткәрҙек! Үткәне, тарихи тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған яҡташтарыбыҙ күбәйҙе, улар дәртләнеп шәжәрәләрен төҙөүгә тотондо. Илеш ерендә ете башҡорт ырыуы вәкиле йәшәй: Ҡырғыҙ, Йәлдәк, Йылан, Гәрәй һәм башҡалар. Халыҡтың тарихи асылын өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҡыуандырмай ҡалмай, уларға ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итеп, бергә-бергә милләтебеҙ мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеп йәшәгән көнөбөҙ, шөкөр. Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылына арналған сараларҙы планлаштыра башланыҡ. Уларҙы Рәсәйҙәге Ғаилә йылына ла бәйләп ойошторорға иҫәп. Беҙҙә йәштәр күп, йыл әйләнәһенә эшләй торған “Орленок” балалар лагеры ла бар. Йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ, тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрен дә үҙ эсенә алған матур проекттар эшләрбеҙ, тип торабыҙ. – Йырлап, гөрләп барһын эштәрегеҙ, тигән ихлас теләктә әңгәмәбеҙҙе тамамлайыҡ. Уңыштар һеҙгә! Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште. Илеш районы. Фото – И. Сибәғәтуллиндың шәхси альбомынан.