Бөгөн төндә Рәсәй актрисаһы Анастасия Заворотнюк яҡты донъя менән хушлашҡан. Был хаҡта уның шәхси блогында хәбәр иттеләр. Белеүебеҙсә, актриса оҙаҡ ҡына йылдар баш мейеһе яман шешенә ҡаршы көрәште. Уға 53 йәш ине. “Ҡәҙерле дуҫтар! Нимә булғанын аңлау һәм тейешле һүҙҙәр табыу бик ауыр. Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң бөгөн төндә беҙҙең Настя донъянан китте. Беҙ изгелек теләгән, һаулыҡ теләп доға ҡылған һәм ышанған һәр кемегеҙгә рәхмәтлебеҙ. Настя һәр ваҡыт һеҙҙең ярҙамды тойҙо һәм баһаланы. Хушлашыу ваҡыты һәм урыны тураһында бөгөн кискеһен өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ”, - тип яҙған Анасатасия Заворотнюктың яҡындары. Мәрхүмәнең йәне йәннәттә булһын... Фото һәм сығанаҡ: А. Заворотнюктың рәсми төркөмөнән – vk.com/azavorotnyuk