Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе предприятиеһында (Ростех дәүләт корпорацияһының Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) предприятие хеҙмәткәрҙәренә һәм өйрәнсектәренә бирелә торған социаль пакет арттырылды. Үҙгәрештәрҙең күбеһе торлаҡ программаһына ҡағыла. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең торлаҡ программаһы сит ҡала хеҙмәткәрҙәренә ҡуртымға торлаҡ өсөн түләүҙә ярҙам итеүҙе, ятаҡта урын биреү мөмкинлеген һәм корпоратив ипотека ярҙамын, шулай уҡ яңы корпоратив йортта торлаҡ биреүҙе үҙ эсенә ала. Шулай итеп, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе “Дом.р” инвесторы һәм ПСК-6 төҙөүсеһе менән берлектә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә 27 ҡатлы ҡуртым йорто төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашыра. Бинаны файҙаланыуға тапшырыу һәм унда йәшәү 2025 йылға билдәләнгән. 400 фатир саф биҙәлешле, мебель һәм көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылған “ин дә йәшә” принцибы буйынса файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Предприятие хеҙмәткәрҙәренә һәм Ростехтың производство-уҡыу үҙәге уҡыус