Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә үҙйөрөшлө диван төшөрөлгән видеояҙма таралды. Ауыл халҡы уны бик ҡыҙыҡ күреп тамаша ҡыла. Видеонан күренеүенсә, үҙйөрөшлө йыһаз ситтән идара ителә. Бындай "техника" эшләүселәр беҙҙә генә түгел, башҡа төбәктәрҙә лә осрап тора. Бынан 3 йыл элек Сочи урамдары буйлап бер "Кулибин" үҙе эшләгән диванда бер аҙна йөрөгәндән һуң, юл-патруль хеҙмәткәрҙәре тарафынан иҫкәрмә алып, бындай "техникала" йөрөүгә тыыйыу алғайны. Видеолағы халыҡтың һөйләшеүенә ҡарағанда, был диванды эшләгән кеше Башҡортостанда йә Татарстанда йәшәй. Бәлки, төркөмөбөҙ дуҫтары араһында уның тураһында яҡынданыраҡ белеүселәр барҙыр, булһа, беҙгә хәбәр итегеҙ. Беҙ бәйләнешкә сығып, урындағы "Кулибин" тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирербеҙ. Нисек кенә булмаһын, халыҡтың төрлө әкәмәттәргә башы эшләй бит ул. Тормошҡа позитив ҡарашлы был ҡәрҙәшебеҙгә лә "Афарин!" тибеҙ, тик юлда һаҡ булығыҙ! Видео: асыҡ сығанаҡтарҙан (социаль селтәрҙән). Фото: видеояҙманан скриншот.