Үләндәр менән дауалау оҫтаһы булып танылған Елена Федоровна Зайцеваның яҙмаларының дауамын тәҡдим итәбеҙ. Бөгөнгө һүҙ – мең сиргә дауа булырлыҡ дегәнәк тураһында. Дегәнәк – барлыҡ онкология сирҙәренә ҡаршы дауа Бер көн лекция барышында: “Шундай бер академик бар, ул бөтә сирҙәрҙе лә дауалай. Ул дегәнәк тип атала. Был “академик” ерҙә үҫеп ултыра һәм ҡасан кеше мине ҡулланып, дауалана башлар икән, тип көтә”, – тинем. Хәҙер сирҙәр бик күп, айырыуса яман шеш кешеләрҙе аямай. Ә дегәнәк – барлыҡ онкология сирҙәренә ҡаршы дауа. Уны шәкәр диабеты, бронхит, гайморит, ревматизм, подагра, артрит, остеохондроз, һөйәк һыныу, умыртҡа араһындағы бүҫер, атеросклероз, ҡолаҡ ауырыуҙары, хатта гепатит осрағында уңышлы ҡулланып була. Гепатит менән ир-егеттәр йыш ауырый. Иң аҙған тороштағы С гепатитын дегәнәк ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡ итә ала. Ике-өс ай дауаланырға кәрәк. Дегәнәк тамыры бауыр яман шешен, циррозды дауалау көсөнә эйә. Холецистит, бөйөр ауырыуҙарынан килешә, таштарҙы онтай. Тире ауы