Өфөнөң Шакша биҫтәһендә тоҙ шахтаһы асылды. Ул инвалидтар коляскаһында хәрәкәт иткән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус рәүештә йыһазландырылған. Теләгән һәр кем бында бушлай дауалана ала. Тоҙ шахтаһын асыуҙа ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты. Ул биҫтәлә сәләмәтлек өсөн файҙалы ял урыны асылыуы менән халыҡты ҡотлап, уны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, бушлай тоҙ шахтаһы “Чистотел” социаль адаптация үҙәге базаһында асылған. Насар йөрөгән, төрлө имгәнеүҙәр алған, хәрәкәттәре сикләнгән, ДЦП диагнозы ҡуйылған кешеләр бында мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ кемдең йыуынырға, йәшәргә урыны булмаған кешеләрҙе лә хеҙмәтләндерәсәктәр. Үҙәктең етәксеһе – Өфө эшҡыуары Владислав Насретдинов. Бынан 30 йыл элек уның дуҫы Валерий бәләгә тарый. Авария һөҙөмтәһендә егет хәрәкәтһеҙ ҡала. Өс йыл элек Владислав таныштары Илдар Хәйбуллин һәм Рафаэль Харисовҡа ишегенән инвалид коляскаһы инерлек итеп мунса төҙөргә тәҡдим итә