Найти тему
Башҡортостан гәзите

Байбулдиндар Рәсәй кимәлендәге сарала ҡатнаша

Башҡортостан ғаиләләре төрлө сараларҙа, шул иҫәптән ил кимәлендә үткәрелгәндәрендә үҙен һынап ҡарай. Ғафури районынан Байбулдиндар “Рәсәй ғаиләһе” Бөтә Рәсәй ғаилә ижади фестивалендә үҙ көсөн һынамаҡсы. Сара 6 – 9 июлдә Һамарҙа үтә һәм Рәсәй халыҡтарының төрлө жанрҙағы традицияларын һаҡлаған һәм популярлаштырған ғаилә, туғандар коллективтарын һәм халыҡ йыры һәм музыкаһы, традицион мәҙәниәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен һаҡлаусы ижади берекмәләрҙе йыя. Һайлап алыу этабы йомғаҡтары буйынса 25 ғаилә Һамар ҡалаһына саҡырыу алған, тип хәбәр итә “Табын” гәзите. Улар араһында Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Байбулдиндар ғаиләһенең “Бай” ансамбле бар. Фестиваль Ғаилә йылына арналған төп федераль саралар планына ингән һәм, Рәсәй Федерацияһының "Мәҙәниәтте үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тамыры көслө ағас ҡына мөһабәт булып үҫкән кеүек, шәжәрәһен, быуын тамырҙарын белгән, уның менән ҡыҙыҡһынған кеше генә нәҫеленең, Ватанының лайыҡлы кешеһе була алалыр. Тыуған ерендә йәшәгән, Тыуған иленә тоғро булған һәм уның данын сит тарафтарға таратҡан ғаиләләребеҙ күп булһын! Сығанаҡ, фото: tabin-gafuri.ru.