Үҙҙәрен ныҡ яратҡан ирҙәрҙе күргәнегеҙ бармы? Миңә ҡалһа, һуңғы осорҙа шундайҙарҙы ғына осратам. Яңыраҡ ғаилә дуҫтары тол ир менән таныштырҙы... “Ҡатыным үлеп әрәм булды, бигерәк яҡшы ине”, - тип һүҙ башланы аулаҡ ҡалғанда. Заманында түрә булып эшләгән көслө зат яҡынын юғалтыуҙы ауыр кисергән. “Ҡатыным минең өсөн үлә яҙып тора ине. Юҡ-юҡ та ҡалала уҙғарылған сарала “төшөрөп” ҡайтырға тура килгеләне. “Һыу...” тип ыңғырашһам төн уртаһында тамағым кибеп, сарсап, саҡ телде әйләндереп. “Хәҙер!” - тип карауат ситендә генә ятҡан йәнекәйем күбәләктәй осоп һыулы стакан тотоп килеп етә. “Ни эшләп йылы һыу килтерәһең миңә?” - тимен ризаһыҙ тауыш менән. “Хәҙер!” ти ҙә елдереп һыуҙы алмаштырып килтерә. “Ни эшләп быныһы ныҡ һыуыҡ, теште ҡамаштыра?” - тимен. “Хәҙер!” тип ҡабаттан кухняға оса йәнекәйем аяҡ бармаҡтары остарында ғына... Йәл, ныҡ һағынам уны, йәшләй генә китеп барҙы...” - Олпат йәштәге ир ауыр көрһөнөп торғандан һуң, өмөтлө ҡарашын миңә төбәй. Тик, оҙаҡ йылдар яңғыҙ йәшәп, тормош йөгөн