Йәйгеһен Башҡортостанда 3,6 меңдән ашыу уҡыусы эш таба аласаҡ. 14 йәштән өлкән балалар Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша рәсми эшкә урынлаша ала. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, эш биреүселәр уҡыусыларға вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы фасовкалаусы, курьер, төҙөкләндереү йәки ырҙын табағында эшләүсе хеҙмәткәр эшен тәҡдим итә ала. Каникулдарҙың бер өлөшөн хеҙмәткә бағышларға теләгән балаларға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ышаныслы һәм тикшерелгән эш биреүсе табырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ улар «Рәсәй эше» порталында ярашлы вакансиялар таба аласаҡ. «Хеҙмәт хаҡынан тыш, мәшғүллек үҙәгенән дә матди ярҙам алыу мөмкинлеге бар - тулы ай эшләгән осорҙа 1,8 меңдән 2,8 мең һумға тиклем», - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Йәйгеһен Башҡортостанда 3600-ҙән ашыу уҡыусы эш таба аласаҡ
29 мая 202429 мая 2024
19
~1 мин