Бөгөн, 29 майҙа, яҡындары һәм туғандары фажиғәле һәләк булған 13 йәшлек Павел менән бәхилләште. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике малай ике ай элек Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында юғалғайны. Уларҙы оҙайлы ваҡыт ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар һәм полиция эҙләне. Һәм ошо ялдарҙа йылға буйында, Еңеү паркы янында Павелдың кәүҙәһе табылды. Бөгөн Свято-Сергиев ҡорамында малайҙың диненә ярашлы уның менән хушлашыу үтте. Һүҙ ҙә юҡ, баланы ерләүҙән дә ауырыраҡ ҡайғы юҡ. Шуға күрә малайҙың ата-әсәһе һәм яҡындары менән һәр ваҡыт республиканың психотерапия үҙәге белгестәре эшләгән, профессиональ ярҙам күрһәткән. Бөгөн уны ерләгән саҡта ла психологтар Пашаның яҡындары янында булған. Павел менән юғалған икенсе малай – 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов әле һаман табылманы. Ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр уны эҙләүҙе дауам итә. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "Лиза Алерт".