Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көршәле ауылы старостаһы Рифат Мөхәмәтулла улы Хәкимов туған-ырыуы менән махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ейәнен, “Север” позывнойлы яугирҙе ҡаршы алды, тип хәбәр итә “Мечетлинская жизнь”. Рифат Мөхәмәтулла улының ғаиләһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр байтаҡ, “Ҡурай” позывнойлы улы, “Волк” һәм “Катунь”позывнойлы туғандары, “Лютый” позывнойлы кейәүҙәре бөгөн Ватан һағында. “Глеб” позывнойлы кейәүе һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған. Бөтә яугирҙәр ҙә юғары наградаларға лайыҡ. Яңы Мишерәк ауылы халҡы ялға ҡайтҡан яугирҙе бик йылы ҡаршылап, иң матур теләктәрен еткерҙе. –Беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур, һәр береһе өсөн күңел һыҙлай. Үҙемдең егеттәр менән ғорурланам, уларҙың иҫәнлеге өсөн көн дә доға уҡыйым. Иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтығыҙ, уландар, тип теләйем, – тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты олатай. Фото: https://mechetlinskayalife.ru/articles/vremya-geroev/2024-05-14/novomescherovtsy-teplo-vstretili-zemlyaka-priehavshego-s-svo-v-otpusk-3765052?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=68650649