Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡос осҡос үлем...

Кисә кис Өфө районында, Йоматау ауылы янында фажиғәле хәл теркәлде. Дим йылғаһында өс ир гидроциклдарҙа йөрөргә була. Беренсе булып хәрәкәт иткән ир йылғаның арҡырыһына тарттырып ҡуйылған тросты күрмәй һәм ҙур тиҙлектә уға барып бәрелә һәм гидроциклдан осоп төшә. Һөҙөмтә бик аяныслы: уның башы ныҡ йәрәхәтләнә һәм ир урында һәләк була. Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар һәм полиция саҡырталар. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығара. Һәләк булған кешегә 55 йәш булғаны билдәле. Әлеге ваҡытта оператив-тәфтиш эштәре башҡарыла. Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һыуҙа ял иткән саҡта бик иғтибары һәм һаҡ булырға саҡыра. Фото: Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.