Баш ҡаланан ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡан төньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәүселәрҙең тормошон "Башҡортостан" гәзите әленән-әле яҡтыртып тора. Эш сәфәребеҙ бөгөн Салауат районынан башланһа, иртәгә уны Дыуанда дауам итергә ниәтләйбеҙ. Салауат районында эш сәфәре район хакимиәте башлығы Марс Фәрәх улы Кашапов менән осрашыуҙан башланды. Райондағы һуңғы осорҙағы ҡаҙаныштар, киләсәккә маҡсаттар тураһында әңгәмәләштек. Көн дауамында ауылдарға сығып байтаҡ замандаштарыбыҙ менән күрешеү маҡсаты тора. Районды күтәргән эшҡыуарҙарҙы, ябай хеҙмәтсәндәрҙе, уңған ғаиләләрҙе, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙе, Арҡауылдағы Рәми Ғариповтың музейын күреү ниәте бар. Гәзитебеҙҙең конкурсы еңеүсеһенә диплом тапшырырға тигән ниәт менән дә юлға сыҡтыҡ. Улар тураһында гәзитебеҙҙә мәҡәләләр донъя күрәсәк. Автор фотоһы.