Стәрлетамаҡтан ҡатнаш көрәш легендаһы Венер Ғәлиев сираттағы алышын Өфөлә үткәрә. 31 майҙа баш ҡалалағы “Өфө-Арена”ла АСА-176 боксерҙар турниры була. Сара Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Был турнирҙа башҡорт егете Венер Ғәлиев Румыниянан Аурел Пиртеа менән АСА гран-прийы ярымфиналына юллама өсөн алыша. Ә 30 майҙа Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда тамашасылар өсөн асыҡ күнекмәләр һәм АСА 174 турниры ҡатнашыусылар сығышы була. 2023 йылда 48 йәшлек Венер ике тапҡыр ваҡытынан алда еңеү яуланы. Венер Ғәлиев — ММА легендаһы. “Башҡорт” 23 йыл сығыш яһай. Былтыр декабрҙәге алышында ул Бразилиянан килгән Хакран Диасты нокаутҡа ебәрҙе. Был юлы “Башҡорт” Аурел Пиртеаға ҡаршы сыға”. Уға уңыштар теләйбеҙ. Әйткәндәй, Венер Ғәлиев ММА-ла 24 йыл сығыш яһай. Беренсе алышын ул 2000 йылда үткәрә. Спортсы 36 еңеү яулай. Фото:АСА промоутер компанияһы сайты.