Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хәбәр итә. "Күптән түгел тәрән ҡайғы тойғоһо менән беҙ хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙы, Мәһәҙиев Илдус Рәфҡәт улын, һуңғы юлға оҙатҡайныҡ.Бөгөн уның иҫтәлегенә Күгиҙел ауылында мемориаль таҡтаташ астыҡ.Офицер, яугир-интернационалист махсус хәрби операцияға Тыуған ил саҡырыуы буйынса юлланды. Ул мотоуҡсылар полкы составында взвод командиры булып бер йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт итте. Хәрби хеҙмәттә Генерал Шайморатов, икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнде.Неонацизм, коллектив көнбайыш көстәре менән барған аяуһыҙ көрәштә Илдус Рәфҡәт улы батырҙарса һәләк булды. Яу яланында үҙен аямай күрһәткән ҡыйыулығы өсөн ул, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградлана.Ауылдаштары хәтерендә йор һүҙле, изге күңелле, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусан булып һаҡланыр.Мәрхүмдең ғаиләһенә, бөтә туғандарына Аллаһы Тәғәлә түҙемлек, сабырлыҡ бирһен!"- тип яҙған ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән