Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы йортта янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре ярты сәғәт дауамында асыҡ утты һүндерә. 96 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшереү барышында 1953 һәм 1973 йылғы ике ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Улар әсәле-ҡыҙлы булған. Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөм, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүселәре һәм һынау янғын лабораторияһының суд экспертизаһы секторы эксперты эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Көндәр һыуыҡ тороу сәбәпле, күп йорттарҙа йылытыу приборҙары ҡуйыла. Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Ут менән шаярмағыҙ! Фото: МЧС