Найти в Дзене

Өфөлә хореограф Ринат Абушаһмановтың юбилей кисәһе уҙа

Ринат Әхтәм улы Башҡорт опера һәм балет театрында сирек быуаттан ашыу эшләй. 1998 йылда ул театр труппаһына ҡабул ителә, репертуарҙың төп һәм яңғыҙ партияларын башҡара, ә 2007 йылдан хеҙмәт юлын балет педагог-репетиторы булараҡ дауам итә. 2008 йылда Ринат Абушахманов Агриппина Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын «балетмейстер-ҡуйыусы, хореограф» һөнәре буйынса тамамлай. Шул ваҡыттан алып үҙен хореограф булараҡ таныта башлай. «Классика һәм хәҙерге заман» концертында спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм балетмейстерҙың хореографик миниатюралар күрһәтеләсәк. Уларҙы театр артистары, шулай уҡ Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары башҡара. – Кисә өсөн махсус рәүештә бер актлы «Класс-концерт» спектаклен сәхнәләштерҙек. Премьерала башҡорт балеты йондоҙҙарының барыһы ла ҡатнаша. Бейеүселәрҙең виртуоз техникаһын күрһәтеүгә йүнәлтелгән спектакль хис-тойғоларға, лирик фекерҙәргә һәм юморға бай булмаҡсы, – ти Ринат Әхтәм улы. Фото: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет те

Ринат Әхтәм улы Башҡорт опера һәм балет театрында сирек быуаттан ашыу эшләй. 1998 йылда ул театр труппаһына ҡабул ителә, репертуарҙың төп һәм яңғыҙ партияларын башҡара, ә 2007 йылдан хеҙмәт юлын балет педагог-репетиторы булараҡ дауам итә. 2008 йылда Ринат Абушахманов Агриппина Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын «балетмейстер-ҡуйыусы, хореограф» һөнәре буйынса тамамлай. Шул ваҡыттан алып үҙен хореограф булараҡ таныта башлай. «Классика һәм хәҙерге заман» концертында спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм балетмейстерҙың хореографик миниатюралар күрһәтеләсәк. Уларҙы театр артистары, шулай уҡ Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары башҡара. – Кисә өсөн махсус рәүештә бер актлы «Класс-концерт» спектаклен сәхнәләштерҙек. Премьерала башҡорт балеты йондоҙҙарының барыһы ла ҡатнаша. Бейеүселәрҙең виртуоз техникаһын күрһәтеүгә йүнәлтелгән спектакль хис-тойғоларға, лирик фекерҙәргә һәм юморға бай булмаҡсы, – ти Ринат Әхтәм улы. Фото: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры.