Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фатир асҡыстары ғына түгел

Хәйбулла районында йәшәгән өс йәш кеше күптән көткән фатир асҡыстарына эйә булды. Динар Таһиров һәм Гөлназ Бағышаева «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында»ғы Федераль закон сиктәрендә торлаҡ алған. Өй туйлаусылар араһында Ләйсән Назарова ла бар, уға торлаҡ һатып алыуға сертификат «Башҡортостан Республикаһы инвалидтарына социаль ярҙам тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы тапшырылған. "Был балаларҙың тормошонда яңы этап башланыуына бик шатмын һәм уларҙың барыһы ла бәхетле булыуына ышанам! Уларға яңы фатирҙарҙан ғына түгел, яңы тормоштан да асҡыстар тапшырылды. Йорттары һәр саҡ йәмле һәм татыу булһын, тормоштары шатлыҡлы мәлдәр менән тулһын! Ә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм реабилитация үткән Динарға тиҙерәк һауығыуын һәм уңыштар теләйем!" - тип яҙған район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") төп маҡсаты – граждандар тормошо өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм Рәсәй ғаиләләрен торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү өсөн мөмкинлектәр менән тәьмин итеү. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй ҡалаларында ҡала мөхите сифаты күрһәткестәре яҡшырырға тейеш. Фото: Гүзәл Бохарбаева