Сибайҙа “Урал аръяғы-2024” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Дүртөйлө районы стандартты тормошҡа ашырыу буйынса рейтингта икенсе урынды алды. Был Дүртөйлө районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының юғары кимәлдә тормошҡа ашырылыуын күрһәтә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Прогресс+” предприятиеһы директоры Виктор Зининға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары” тигән маҡтаулы исем тапшырҙы. Предприятие 1998 йылдан эшләп килә. Етәксе вазифаһын Виктор Зинин 2000 йылдан алып биләгән. Предприятие төҙөү тарихы үткән быуаттың 80-се йылдарынан башлана. Шлак блоктар етештереүҙән башлап, төрлө тауарҙар һәм эшмәкәрлек төрҙәре менән сауҙа итеүҙе һынап, структураһында бер нисә үҙгәреш кисереп, бөгөнгө көндә “Прогресс+” ҙур профилле сауҙа-етештереү предприятиеһы булып тора. “Виктор Николаевич – аҡыллы, инициативалы һәм компетентлы етәксе. Ойоштороу һәләттәре, һөнәри белеме, эш тәжрибәһе уға предприятиеның бөтә бүлексәләренең