Ике йыл элек Башҡортостан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында социаль әһәмиәтле дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү буйынса илдәге тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Ә бына күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙың һәм дәүләт теркәүенең заманса ысулдары, һанлы хеҙмәттәр, ер һәм күсемһеҙ милек тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм системаһын ойоштороу һәм башҡалар тураһында “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клецҡа мөрәжәғәт иттек. - Петр Вячеславович, һуңғы ваҡытта “Росреестр”ҙың граждандарға һәм эшҡыуарҙарға хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты яҡшы яҡҡа үҙгәрҙеме? – Бөгөн Башҡортостанда хоҡуҡты теркәү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу ваҡыты бер көн ярымға тиклем ҡыҫҡарҙы. Был, нигеҙҙә, ғаризаларҙы электрон төрҙә тапшырыу һөҙөмтәһендә булды. Берҙәм күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәрҙе электрон форматта биреү бер нисә минут ҡына ваҡытты ала, ә бушлай бирелгән экспресс-выписканы хатта өс секунд эсендә алырға мөмкин. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә тиерлек электрон форматҡа күсерелгән. Уларҙы “Росреестр” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” аша файҙаланырға була. Документтарҙы рәсмиләштереүҙе туҡтатып тороуҙарҙы кәметеү буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Дәүләт иҫәбенә ҡуйыу буйынса был һан – 1,7, хоҡуҡты теркәү буйынса 0,9 процент тәшкил итә. Бындай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн теркәүселәр советын ойошторҙоҡ, ғариза яҙыусыларға кәңәштәрҙе әүҙем бирәбеҙ, граждандарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың хеҙмәттәрҙән файҙаланыуы мөмкин тиклем уңайлы булһын өсөн саралар күрәбеҙ. Һөҙөмтәлә эшмәкәрлегебеҙ “тапшырыу-биреү” төймәһенә баҫыу кеүек ойошторолдо. – Башҡортостанда йәшәүселәр күсемһеҙ милек тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ниндәй хеҙмәттәр аша алыу мөмкинлегенә эйә? – “Росреестр” порталында бушлай хеҙмәттәрҙән файҙаланырға була, онлайн режимда күсемһеҙ объекттар буйынса белешмә мәғлүмәттәре” хеҙмәте аша объект тураһында яҡшылар белергә мөмкин, “Асыҡ кадастр картаһы” аша участка сиктәрен билдәләү мөмкинлеге бар. “Тормошсан хәлдәр” ҡушымтаһында сделка өсөн мотлаҡ документтар исемлеген формалаштырып була. Документтар әҙерлеге “Һорауҙың (ғаризаның) башҡарылыуын тикшереү”, “Өлөштө һатыу тураһында хәбәр” ҡушымталары аша аныҡлана. – “Дәүләт порталы”нда Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан бушлай белешмәне бер нисә секунд эсендә алырға була тип әйттегеҙ? Кем был документты алыу мөмкинлегенә эйә? – Экспресс-белешмә ҡануниәткә ярашлы өс көн эсендә түгел, онлайн режимда бирелә. Унда график өлөшө булмаһа ла, объект һүрәтләнә, күсемһеҙ милек хужаһы тураһында мәғлүмәттәр, объектҡа сикләүҙәр бармы-юҡлығы һәм башҡалар тураһында белергә мөмкин. Был мәғлүмәттәр сделканың тәүге этабында етерлек буласаҡ. Күп функциялы үҙәктә был белешмәнең яҙма варианты бирелә. Хеҙмәткәрҙәр уның ҡағыҙҙа баҫып сығара һәм мисәт менән дәлилләй. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында булғанда ғына экспресс-белешмәне алыу хоҡуғына эйә. – Башҡортостан “Республикаһы “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттар исемлегенә ингән. Уның тормошҡа ашырыу өсөн нимәләр атҡарыла? – Был программаға ярашлы, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы күсемһеҙ милек һәм уға хоҡуҡ, уның сиктәрен аныҡлау тураһындағы мәғлүмәттәрҙе яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла. Һуңғы ике йылда муниципалитеттар менән берлектә 570 меңдән 300-ҙән ашыуы эшкәртелгән. Элек улар тураһында мәғлүмәттәр юҡ ине. Бынан тыш, 40 мең тирәһе хаталы мөғлүмәтте төҙәттек, дәүләт геодезия селтәренең 90-дан ашыу процентын тикшерҙек. 2018 йылдан 320-нән ашыу ер участкаһының һәм капиталь төҙөлөш объектының, шул иҫәптән 2022 – 2023 йылдарҙағы 185 меңдән ашыуының сиген аныҡланыҡ. Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса, 2027 йылдың 1 ғинуарына тиклем төбәктәр муниципаль берәмектәр, биләмәләр һәм территориаль зоналар сиктәрен һүрәтләүҙе тамамларға тейешбеҙ. Был программаны тормошҡа ашырыу власть органдарына яңы хеҙмәттәрҙе файҙаланыу һәм ер, күсемһеҙ милек тураһындағы тулы, аныҡ мәғлүмәттәр нигеҙендә идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итергә булышлыҡ итә. Граждандар иһә хеҙмәттәрҙән оператив рәүештә файҙалана аласаҡ. – “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһы нимәнән ғибәрәт? – Беҙ киләсәк инструментын – “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы”н булдырыу менән мәшғүлбеҙ. Был – Рәсәй кимәлендәге глобаль проект. Ул федераль һәм республика кимәлендәге ер, күсемһеҙ милек тураһындағы мәғлүмәт системаларын бергә туплаясаҡ. “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә 2031 йылда тиклем сафҡа инә, тип планлаштырылған, пилот төбәктәрендә иһә быйыл тәжрибә булараҡ файҙаланыла. Башҡортостанда ҡайһы бер ведомстволар уны файҙалана башланы. – Ысынлап та, Росреестр” һәм Күп функциялы үҙәк эшмәкәрлегенә яһалма интеллект сафҡа индерелә? – Эйе, сөнки Башҡортостан – был ведомстволар эшмәкәрлегенә яһалма интеллект һәм нейроселтәрҙәр файҙаланып эшләнгән “ЕВА” һанлы ярҙамсыһы”н сафҡа индергән пилот проекттары иҫәбендә. Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы система сканлаштырыу юлы менән ғаризаларҙы тултырыуы, мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ ресстрҙа булғандар менән сағыштырыуы, хаталарҙы таба алыуы, белгестәргә мотлаҡ төҙәтмәләр индереү кәрәклеге һәм башҡалар менән файҙалы. “Росреестр”ҙың теркәүселәренә лә “ЕВА” эште бер өлөшөн автоматлаштырыу мөмкинлеген бирә. Ул документтарҙың ҡануниәткә ярашлылығын тикшерә, ҡарарҙар проекттарын формалаштыра. Документтар пакеты Күп функциялы үҙәктән “Росреестр”ға килһә, нейроселтәр теркәүсе өсөн “икенсе фекер”ҙе барлыҡҡа килтерә, шул уҡ ваҡытта ҡарарҙы кеше ҡабул итә. – “ЕВА”нан тыш, тағы ниндәй яңылыҡтар “Росреестр” эшендә булышлыҡ итә? – Былтыр беспилотник ярҙамында Архангел, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Нуриман райондарын, 1630 гектар биләмәне, тикшереп алынған мәғлүмәттәр бик аныҡ ине. Өҫтәүенә, ул эшебеҙҙе еңеләйтте – реестр хаталарын төҙәтәбеҙ йәки ер тураһындағы закондарҙы боҙоусыларҙы асыҡлайбыҙ. Йыш ҡына ерҙе үҙ белдегеңә, маҡсатһыҙ файҙаланыу йәки уға бер ниндәй хоҡуҡһыҙ файҙаланыу осраҡтары бар. “Төҙөлөш өсөн ер” проектына мөһим булған күп фатирлы һәм шәхси торлаҡ йорттар төҙөлөшө өсөн ер участкаларын асыҡларға булышлыҡ итә. – “Росреестр” алдында әле ниндәй маҡсаттар ҡуйылған? – Төп атҡарасаҡ ғәмәлдәребеҙ – килгән электрон ғаризалар һанын арттырыу, “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһы күрһәткестәренә өлгәшеү, айырым әйткәндә, быға тиклем иҫәпкә алынған күсемһеҙ милек объекттарының хоҡуҡи хужаларын асыҡлау, муниципаль берәмектәрҙең, территориаль зоналарҙың сиктәрен билдәләү эшен тамамлау кеүек эштәрҙе атҡарыу. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын ер һәм күсемһеҙ милек тураһындағы көнүҙәк мәғлүмәттәр менән тултырыу күсемһеҙ милек хужаларының милек йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу кимәлен дә күтәрә. – Петр Вячеславович, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.
Ике йыл элек Башҡортостан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында социаль әһәмиәтле дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү буйынса илдәге тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Ә бына күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙың һәм дәүләт теркәүенең заманса ысулдары, һанлы хеҙмәттәр, ер һәм күсемһеҙ милек тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм системаһын ойоштороу һәм башҡалар тураһында “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клецҡа мөрәжәғәт иттек. - Петр Вячеславович, һуңғы ваҡытта “Росреестр”ҙың граждандарға һәм эшҡыуарҙарға хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты яҡшы яҡҡа үҙгәрҙеме? – Бөгөн Башҡортостанда хоҡуҡты теркәү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу ваҡыты бер көн ярымға тиклем ҡыҫҡарҙы. Был, нигеҙҙә, ғаризаларҙы электрон төрҙә тапшырыу һөҙөмтәһендә булды. Берҙәм күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәрҙе электрон форматта биреү бер нисә минут ҡына ваҡытты ала, ә бушлай бирелгән экспресс-выписканы хатта өс секунд эсендә алырға мөмкин. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә тиерлек электрон форматҡа күсер