Башҡортостандың Шаран районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә барған “Рәсәй һыуы” экологик акцияһында әүҙем ҡатнашты. "Рәсәй йылғаһы" акцияһы –ул йылға һәм күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға, илдең тәбиғи матурлығын һаҡлауға һәм тәбиғәткә, уның ресурстарына һаҡсыл ҡараштың мөһимлегенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән экологик сара. Хакимиәт вәкилдәре Шаран һыу һаҡлағысы ярҙарын беренсе йыл ғына тәртипкә килтермәй һәм, уларҙың эше арҡаһында был урында таҙараҡ һәм матурыраҡ була бара, тип хаҡлы рәүештә иҫәпләй. Был юлы һыу һаҡлағыс буйынан дөйөм тырышлыҡ менән 11 тоҡ сүп-сар сығарып түгелде. “Беҙ барыбыҙ ҙа кесе Ватаныбыҙҙы яратабыҙ һәм быны эш менән күрһәтергә тырышабыҙ. Халыҡты тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарарға, һыу объекттары ярҙарында һәм граждандарҙың ял итеү урындарында таҙалыҡ һаҡларға саҡырабыҙ. Теләһә ниндәй йылға, күл, быуа ярында өмә ойоштороп, теләгән һәр кем инициатива күрһәтә һәм акцияла ҡатнаша ала. Бөтә Рәсәй акцияһы райондың бөтә ауыл биләмәләрендә уҙа”, – тип билдәләнеләр Шаран районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Шаран районы хакимиәте.