Быйыл ғинуарҙан май айына тиклем элек урология буйынса теркәлгән ойошмаларға лицензияны тәү тапҡыр алған йәнә өс медицина ойошмаһы өҫтәлде. –Табип-уролог бәүел-енес системаһы ағзаларын диагнозлау һәм дауалау менән шөғөлләнә. Урологияның профессиональ йүнәлештәре исемлегенә простата биҙе, бөйөр өҫтө биҙҙәре һәм бөйөрҙәр, бәүел бүлеү системаһы сирҙәрен, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат түлһеҙлеген дауалау инә, – тип һөйләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Урология сирҙәре йыш осрай, быға даими психологик көсөргәнеш, тәртипһеҙ енси тормош, сифатһыҙ аҙыҡ-түлек, эскелек булышлыҡ итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында лицензия алыу тәртибе бирелгән. Медицина эшмәкәрлегенә тәүге лицензияны рәсмиләштереү 15 көн тәшкил итә, ҡабаттан рәсмиләштергәндә – ун көн. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош с