Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Илһөйә Бәҙретдинованың бер хыялы бар

Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсының был көндәрҙә Өфөләге гастролдәре дауам итә. Концерттарының күбеһе "Йәштәр" мәҙәниәт һарайында үтә. Ә уның янында башҡа артистарҙың да афишалары эленгән. Афишаларҙы ҡарап, Илһөйә Бәҙретдинова бер аҙ хыялланып та алған. "Ике легенда - Салауат Зәки улы һәм Айҙар Ғәни улы менән дуэт йырлағым килә. Әйтергә ҡурҡам, оялам! "Кит әле, һеңлем, алыҫҡараҡ" тип әйтерҙәр", - ти йырсы. "Күберәк хыялланһаң була ул", - тип яуаплай уға концерт директоры Гүзәл Карамиева. Ә һеҙ йырсының кем менән бергә дуэт йырлауын теләр инегеҙ? Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси архивынан.