Өфөләге Вуз-ара кампус резиденты вәкилдәре Түбәнге Новгородта “Рәсәй сәнәғәтенең һанлы индустрияһы” Бөтә Рәсәй конференцияһы сиктәрендә үткән «НЕЙМАРК.Хакатон IT-марафонында ҡатнашты. 13 төбәктән 70-тән артыҡ студент һәм “Фән һәм университеттар” милли проектының “Заманса кампус тармаҡтарын булдырыу” федераль программаһына ҡушылырға теләүселәр, өс көн буйы 10 командаға бүленеп, кампустың идеаль университет моделен булдырыу идеяһы өҫтөндә эшләне. Унда Башҡортостандан Өфө фән һәм технологиялар университетынан өс, Өфө дәүләт нефть техник университетынан ике студент ҡатнашты. Командалар һанлы сервистарға ярашлы кампустың идеаль университет моделен булдырыу, киңлек дизайны һәм административ хеҙмәттәрҙе камиллаштырыу ҡарарҙары өҫтөндә эшләне. Перспективалы проекттар эшләүселәр эксперт компанияларҙан аҡсалата приз, шулай уҡ “Һанлы иҡтисад” АНО-һында стажировка үтеү, Positive Tech Day форумында ҡатнашыу хоҡуғы һәм белем алыу программаһын үтеүгә сертификат алды. Иваново, Түбәнге Новгород, Һамар,