Сибайҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Башҡорт» позывнойлы яугир өйләнгән. Былтыр яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтын тамамлаған. Быйыл ғинуарҙан алып махсус хәрби операцияла взвод командиры булып хеҙмәт итә. Әйткәндәй, туйҙа, үҙенең тыуған көнөндә, яугиргә 24 йәш тулған.Шул уҡ көндө тағы бер хәрби һөйгәне менән ғаилә ҡорған, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Йәш ғаиләләрҙе хакимиәт башлығы Азамат Юлдашбаев ҡотлаған. Яугирҙәргә хеҙмәт һәм хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырылған. Йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм уларға бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Фото һәм сығанаҡ: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан