Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кампуста Яһалма интеллект үҙәге асыла

Донъя күләмендәге Евразия фәнни-белем үҙәгенең вуз-ара кампусында Яһалма интеллект үҙәге булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уға АНО «УК НОЦ РБ» директоры Наталия Латыпова, ООО «Лексема»-ның генераль директоры Виктор Тимошин, ООО «Крезол Инновациялар» директоры Айрат Байметов ҡул ҡуйған. Яңы проектты тормошҡа ашырыуҙы Евразия фәнни-белем үҙәгенең ике университеты – ӨФҺТУ һәм ӨДНТУ хуплаған. Яҡтар фәнни-техник кооперацияны үҫтереүҙә, комплекслы фәнни-техник проекттарҙы һәм инновацион циклдың тулы программаһын эшкәртеүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк. Кооперацияның төп бурысы – производство мәсьәләләрен хәл иткәндә алдынғы производство технологияларын ҡулланыу. -Яһалма интеллект ҡулланылған технология хәҙер әүҙем үҫешә һәм төрлө өлкәләргә үтеп инә. Беҙҙең компания пилотһыҙ технологияларҙы үҫтерә, һәм яһалма интеллект конкуренцияла өҫтөнлөк бирәсәк. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге – ошондай технологияларҙы ҡулланыу өсөн уңышлы майҙансыҡ. Яһалма интеллектты беҙ “Лексема” компанияһы менән берлектә нефть һәм газ табыу өлкәһендә күптән ҡулланабыҙ. Бындай хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтә бирер тип ышанам. Башҡортостанда сит ил поставщиктарына бәйле булған GPS-системаларҙы алмаштырыуҙы хәл итә алырлыҡ үҙәк төҙөлә, - тип билдәләне Айрат Байметов. Үҙәк Евразия фән һәм белем үҙәгенең ике университеты – Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть техник университеттары көсө һәм Рәсәйҙең IT һәм һанлы технологиялар өлкәһендә эре компаниялары ярҙамында булдырыла. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә проектты һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу өсөн ғилми педагогик хеҙмәткәрҙәр өсөн электрон һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә өҫтәмә белем биреү программаһын ҡулланыуҙы планлаштыралар. Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24010/